«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Сәләм" телеканалы эшләй башланы!



12.10.2019 "Сәләм" телеканалы эшләй башланы!

Кисә, 11 октябрҙә Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы яңы "Сәләм" төбәк телеканалында үҙ эшен башланы. Шуның менән СТВ яңы ресурста тапшырыуҙарын тәҡдим иткән тәүге муниципаль телестудия исемен алды.

Рәсәйҙең цифралы эфир тапшырыуҙарына күсеүе һөҙөмтәһендә аналог эфир йышлыҡтары һүндерелде. Шуның арҡаһында урындағы телестудиялар үҙҙәренең тапшырыуҙарын аналог формаһында күрһәтә алмаясаҡ. Уларҙың күбеһе кабель йәки IP форматына күсә алмай. Ошоно күҙ уңында тотоп, республика етәкселеге һәм БР Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән Башҡортостандың яңы телеканалы булдырылды. "Сәләм" шулай итеп район-ҡала телестудиялары ижадын күрһәтәсәк.

Хәҙер Сибай телевидениеһы үҙ эфирын тәүлек әйләнәһенә үҙҙәренең каналында, "Сәләм" телеканалында һәм "Башҡортостан - 24"-тә тапшыра аласаҡ.







Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға