«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был афәттән һаҡлаһын...



11.10.2019 Был афәттән һаҡлаһын...

Иң күп алкоголиктар ҡайҙа йәшәй, тип уйлайһығыҙ?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иң күп алкоголиктар Чукотка автоном округында икән.

Унда һәр ун мең өлкән кешегә 29 алкоголик тура килә (уларға шундай диагноз ҡуйылған). Икенсе урында — Яҡутстан (һәр ун мең кешегә 23 пациент), уларҙан ҡала Ненец автоном округы ( ун мең кешегә 20 пациент).

Һәр унынсы яңы сирле-алкоголик Пермь крайы, Башҡортостан, Татарстан, Пенза өлкәһендә йәшәй.

2018 йылда алкоголде күп ҡулланыу арҡаһында ярҙамға мохтаж ике миллиондан ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән, 76 мең кешегә тәүге тапҡыр «алкоголизм» йәки «алкоголь психозы» диагнозы ҡуйылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға