«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаҡатайҙа ла күңелле!



11.10.2019 Балаҡатайҙа ла күңелле!

Балаҡатай районы үҙәгендә лә Республика көнө айҡанлы йөкмәткеле байрам программаһы әҙерләнгән!

"Көҙ бүләктәре" йәрминкәһендә ауыл хужалығы продукцияһынан тыш, ҡул эштәрен дә һатыуға сығарғандар.

Байрам концертын асыҡ микрофон дауам иткән - "Йырсы ауыл" бәйгеһендә теләгән һәр кем ҡатнаша алған (шиғыр йә лаҡап һөйләгәндәр, йыр йырлағандар).

Йәштәр (14-25 йәшлектәр) флешмоб ойошторған.

Уйын һәм спорт майҙансыҡтары ла буш тормаған, конкурстарҙа, ярыштарҙа өлкәндәр ҙә, бәләкәстәр ҙә ихлас ҡатнашҡан.


Көн һалҡынсараҡ булыуға ҡарамаҫтан, бүләк отоу уйыны ла ҡыҙыу барған!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға