«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй футболсылары Шотландияны ҡыйратты...



11.10.2019 Рәсәй футболсылары Шотландияны ҡыйратты...

Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары киләһе йыл буласаҡ Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуында Шотландия уйынсыларын 4:0 иҫәбенә ҡыйратып, бер аяғы менән финал уйындарына баҫты.
Голдарҙы ике тапҡыр Артем Дзюба һәм берәр тапҡыр Магомед Оздоев менән Александр Головин индерҙе. Хәҙер улар ете уйындан һуң 18 мәрәй яулап, өсөнсө урында килгән Кипр командаһынан 8 мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Кипр иһә Ҡаҙағстанда урындағы команданы 2:1 иҫәбенә отто. Ә инде төркөм лидеры – Бельгия футболсылары Сан-Марино командаһын 9:0 иҫәбенә ҡыйратып, позицияһын нығыта төштө.
13 октябрь Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре Кипрға юлланып, улар менән көс һынашасаҡ. Беҙҙекеләргә Европа беренселегенең финал уйындарына эләгер өсөн улар менән тигеҙ иҫәпкә уйнау ҙа етәсәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға