«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әлифба байрамында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине



10.10.2019 Әлифба байрамында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине

Әлифба төҙөүгә “Тамыр”ҙың тырыш хеҙмәткәрҙәре ижади ҡараған. Башҡорт алфавитындағы 42 хәрефкә тарихи шәхестәребеҙ, музыка ҡоралдары, милли биҙәүестәр, әкиәт геройҙары индерелгән. "Родина" кинотеатры залында энә төртөрлөк тә урын булманы - алып барыусылар башҡорт хәрефтәре буйынса уйындар үткәрҙе, кескәй тамашасылар йыр-моңдарҙы, бейеүҙәрҙе яратып тыңланы, ҡараны. Айырыуса "Тамыр"ҙарҙың сығыштарын оҡшаттылар.


Килгән ҡунаҡтар бәләкәстәргә туған телде белеп үҫергә, аҡыллы, уңған егет-ҡыҙҙар булып буй еткерергә тигән изге теләктәрен теләне. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова, депутаты Римма Үтәшева, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Яныбаева, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмаҫбаева һәм башҡалар балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Башҡорт әлифбаһы һәр кемдә булырға тейеш, тигән фекерҙе еткерҙе ойоштороусылар. Әлифба байрамы Республиканың йөҙ йыллығына арналған иң сағыу сараларҙың береһенә әүерелде.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға