«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әйҙәгеҙ, шиғыр һөйләргә!



10.10.2019 Әйҙәгеҙ, шиғыр һөйләргә!

19 октябрҙә Өфөнөң күп урынында шиғыр һөйләргә мөмкин буласаҡ.

Был көндө "Мостай Кәрим менән бер көн" әҙәби флешмобы үтәсәк.
Беләһегеҙ, яратҡан яҙыусыбыҙҙың тыуыуына - 100 йыл.

Флешмоб ваҡытында шағирҙың йәнегеҙ теләгән шиғырын ятҡа һөйләй алаһығыҙ. Бының өсөн 11 майҙансыҡ була.
Адрестары:

— М. Кәрим һәйкәле

— Салауат Юлаев һәйкәле яны

— «Нур» татар театры

— Еңеүҙең 50 йыллығы скверы

— «Ирәмәл» сауҙа йорто майҙаны

— Әхмәтов урамы (Затон)

— Ухтомский урамындағы ҡыҙыл линия (Дим)

— Жуков һәм Гагарин урамдарындағы ҡыҙыл линия (Һупайлы)

— Беренсе Май аллеяһы (С. Орджоникидзе ис. Мәҙәниәт һарайы майҙаны)

— Баландин исемендәге сквер (Инорс)

— Теләк скверы (Шаҡша).

Үткәреү ваҡыты — 12.00 - 14.00 сәғәттә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға