«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Атай ниңә ҡыҙын туҡмаған?



10.10.2019 Атай ниңә ҡыҙын туҡмаған?

Бөгөн күп урында видеокамера ҡуйылған. Әйләнә-тирәбеҙҙә булған ваҡиғалар шуның аша ла күренә. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының бер "мөйөшөндә" булған ғаилә ғауғаһы ла видеокамераға теркәлгән. Ә ғауғаға сәбәп булған күренеш социаль селтәрҙән таралған.

Уның буйынса бәхәстәр ҙә ҡупты. Ата кеше ҡыҙын туҡмай. Була торған хәлме? Беҙҙең ҡатмарлы тормошта, бәлки, булып та ҡуялыр. Алдан тәрбиә етерлек бирелмәһә ни...

Хәл былай. Бер 13 йәшлек ҡыҙ бала дуҫтары менән кальянныйҙа төтөн борҡотоп ултырғанын социаль селтәргә һала. Шулай бит инде бөгөн - маҡтанырға яратабыҙ. Был фотоны (видеоны) атаһы ла күреп ҡала һәм кисекмәҫтән ҡыҙы артынан йүнәлә. Шунда тауыш ҡуптара, үҫмерҙе алып сығырға ниәтләй, тос йоҙроғон да эшкә егә. Ҡыҙыҡайҙың дуҫтары ла килеп ҡыҫыла.

Бының менән генә бөтмәй әле - ир ҡыҙын фатирҙарына ҡайтышлай ҙа аҡылға өйрәтә. Лифтта биргеләп тә ала. Быны шундағы видеокамера теркәп ҡуя.

Теркәлгәс, атайҙың балаһына ҡул күтәреүе башҡаларға ла тарала, тейешле урындарға ла барып етә, иргә ҡарата протокол төҙөлә. Ҡыҙын медэкспертиза ла тикшерә.

Шулай, йәмәғәт. Ә һеҙҙең балағыҙ әле ни эшләй? Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһен күҙәтәһегеҙме? Эш боҙһа, сыбыҡ күрһәтәһегеҙме, ҡайышмы, әллә?..





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com. Видеонан скриншот.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға