«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 14 октябрҙән телевидение һанлы форматҡа күсә



10.10.2019 14 октябрҙән телевидение һанлы форматҡа күсә


14 октябрҙән һанлы телевидениеға күсәбеҙ – сәғәт 12 -нән аналог форматында ҡараған тапшырыуҙарҙы ҡарап булмаясаҡ– экранда яҙыу һәм телефон һандары ғына буласаҡ.
2012 йылға тиклемге телевизорҙарҙың күбеһенә DVB– Т2 стандарты көйләнмәгән. Иҫке телевизорҙарға стандартлы приставка(20 каналды күрһәтә) ҡуйырға кәрәк. Антенна дециметрлы булырға тейеш. Приставкаларҙың уртаса хаҡы – 1000 һум. Ул, халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, почта бүлексәләрендә һатыласаҡ. Әгәр ҙә был ҡорамалды көйләй алмайһығыҙ икән, колл- центрға(тел.88003470055) шылтыратып, волонтерҙарҙы ярҙамға саҡыра алаһығыҙ. Улар һеҙгә бушлай приставканы ҡуйып бирәсәк.
Әйткәндәй, һанлы телевидениела БЮТ каналы ла бар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай Кәримов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға