«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мария Шарапова китере тураһында уйлай башланы...



10.10.2019 Мария Шарапова китере тураһында уйлай башланы...

Яңыраҡ Рәсәйҙең билдәле тенниссыһы, Ҙур шлем турнирында биш тапҡыр еңеүсе булған Мария Шарапова үҙенең карьераһының финишҡа яҡынайыуын белдерҙе.
Әммә үҙендә көс барыуын белә һәм моғайын киләсәктә көйәрмәндәрен ҡыуандырасағына ышанысын юғалтмаған.
«Мин әлегә үҙемде насарыраҡ тоям. Ошо арала һаулығымды нығытып, киләһе йылда мотлаҡ уйынға сығасаҡмын. Тәнем һәм йәнем әле яратҡан шөғөлөм менән йәшәй. Әлбиттә башҡа маҡсаттарым да бар. Тик теләк уйнарға булғанда, сығыш яһарға ине әле иҫәп. Шулай ҙа кем белә бәлки китергә лә тура килер».





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға