«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрйәндәр газ баллондарын ситтән ташымаясаҡ



10.10.2019 Бөрйәндәр газ баллондарын ситтән ташымаясаҡ


Республика байрамы алдынан Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында , Асфальт – бетон заводы ҡаршыһында халыҡ күптән көткән газ яғыулығы ҡойоу станцияһы асылды. Ул ике йүнәлештә эшләй: береһе газ яғыулығы менән эшләгән автомобилдәрҙе хеҙмәтләндерһә, икенсеһе көнкүрештә ҡулланылған газ баллондарына «зәңгәр яғыулыҡ» тултыра. Был проектҡа район дүрт миллиондан артыҡ инвестиция йәлеп ителгән. 3 эш кешегә эш урыны булдырылған.
Яғыулыҡ Магнитогорск ҡалаһынан килтереләсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Социаль селтәрҙән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға