«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Терра Башҡортостан!



09.10.2019 Терра Башҡортостан!

Республика көнөндә, 11 октябрҙә, «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» турнирының финалы үтәсәк.


Һайлап алыу этабында еңгән Дыуан, Илеш, Дүртөйлө, Белорет, Федоровка, Ҡыйғы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Борай һәм Хәйбулла райондарының жокейҙары чемпион титулы өсөн көрәшәсәк.

Финал бәйгеһе ике этапҡа бүленә. Тәүгеһендә 12 һыбайлы үҙ-ара ярышасаҡ. Икенсе этапта бурыс ҡатмарлашасаҡ: беренсе урынды яулаған жокей иң һуңғы килгән һыбайлы менән аттарын алыша, икенсе урынды алған иһә һуңғынан алдағының аты менән һәм артабан шундай уҡ тәртиптә...


Жокейҙар «Аҡбуҙат» ипподромының аттарында ярышасаҡ.


Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сара сәғ. 14.00 башлана. Инеү ирекле. Тамашасылар араһында туристик путевка менән өс смартфон уйнатыласаҡ.



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға