«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауылдаштар "Күршең менән китапханаға" йыйылды



09.10.2019 Ауылдаштар "Күршең менән китапханаға" йыйылды

Ауылдаштар "Күршең менән китапханаға" йыйылдыБаймаҡ районынан китапханасы Райхана Булатова хәбәр итә:

- Билал ауыл китапханаһына ауылдаштар "Күршең менән китапханаға" исемле "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүгә йыйылды.

Кемдәр һуң, ундай күршеләр? Улар китапхананан китап алһалар, мотлаҡ, күрше - тирәләренә лә уҡыта, бергә фекер алыша. Мин уларға ҡарап һәр ваҡыт һоҡланам!

Бына улар! Барлыҡ ҡайғы - шатлыҡтарын бергә уртаҡлашҡан, тегергә, бәйләргә, гөл үҫтерергә бергә өйрәнгән Сәрүәр инәй Мөхәмәтйәнова менән Таңһылыу еңгәй Ғәйзуллина, барлыҡ эштәрен бергә, уртаҡ килешеп эшләүсе, ике килендәш, күршеләрен тик яҡшы яҡтан ғына телгә алыусы Миңлебикә һәм Сәғилә Ғайсиналар, бер ғаилә кеүек йәшәүсе Күпер урамы күршеләре, ҡатын - ҡыҙҙар Советы рәйесе, мәғариф ветераны Илдүсә Азат ҡыҙы Әминева, күршеләрем тип өҙөлөп тороусы Нәфисә апай Әминева, улар өлгөһөндә тырышып донъя көтөүсе йәштәр Гөлйөҙөм Мөхәмәтйәрова, Зәлиә Әминева, башланғыс кластар уҡытыусыһы, күршеләре тураһында тик йылы һүҙҙәр генә еткереүсе Илүзә Нурислам ҡыҙы Юламанова, күрше - тирәләре өсөн терәк - таяныс булған, күршеләренән тик изгелек кенә күргән Мансур ағай Кәримов, мәғариф ветераны, "Ағинәй" ҙәр Советы рәйесе, күршеләре менән татыу ғүмер кисереүсе Гөлдәр Фазлиәхмәт ҡыҙы Юлмөхәмәтова, беҙҙең һәр сарала ярҙам итеп йөрөүсе, күршеләренә ярҙамсыл Миңсылыу апай Әхмәҙина.

Клуб мөдире Люциә Вәлеева етәкселегендәге ҡатын - ҡыҙҙар Илгизә Ғайсина, Гөлнара Шәрипова, Нәркәс Мөхәмәтйәнова матур йырҙары менән барлыҡ күршеләрҙе ҡотланы һәм музыкаль сәләм тапшырҙы. Уларҙың барыһын да бер уй, бер фекер берләштерҙе. Барыһы ла китапхананың әүҙем китап уҡыусылары, мәҙәни сараның уртаһында ҡайнаусы кешеләр.

Күрше татыу булһа, ауыл татыу, ауыл халҡы үҙ - ара татыу икән ил татыу тигән һүҙ. Шуға күрә, күршеләр менән бергәләп эштәрен дә эшләйҙәр, китабын да уҡыйҙар, гәзит - журнал да алдыралар, матур ял да итә белә билалдар! Афарин!



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға