«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Даю установку" - Кашпировский сеанстарына 30 йыл тулды



09.10.2019 "Даю установку" - Кашпировский сеанстарына 30 йыл тулды

30 йыл элек - 1989 йылдың 9 октябрендә Анатолий Кашпировскийҙың ситтән тороп дауалау буйынса тәүге тапшырыуы Үҙәк телевидение эфирына сыҡҡан.

Советтар Союзы халҡын гипноз тәьҫиренә индергән Кашпировский тәүге дауалауҙы студиялағы бер нисә йөҙ кеше алдында башҡарған. Унан һуң ике аҙна һайын һәр йәкшәмбелә сеанстар үткәрелгән. Тапшырыуҙар "Сеансы здоровья врача-психотерапевта Анатолия Кашпировского" тип аталған.

Дауалаусы үҙенең сығыштарын "специфик психотерапевтик тәҫьир итеү акты" тип атаған һәм беренсе секундтан уҡ һаулыҡҡа шифа тейә тигән. Тамашасыларға ул склеродермияны дауалай алам, бүҫерҙе бөтөрәм, операция йөйҙәрен юҡ итәм, яман шешкә ҡаршы көрәшәм тигән. Аҙаҡтан ул алты тапшырыу мәлендә 10 миллион кешене дауалай алғаны тураһында әйткән.

Кашпировский сеанстарын "даю установку" тип башлаған. Был һүҙбәйләнеш тиҙ арала кешеләр телмәренә ингән.

Беренсе тапшырыуҙы һалабыҙ. Кем белә, ҡараусылар һәм дауалана алыусылар табылыр.







Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға