«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионаты уҙасаҡ



09.10.2019 Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионаты уҙасаҡ

2021 йылда Өфөлә ҡатын-ҡыҙ хоккей командалары араһында донъя чемпионаты уҙасаҡ.
Яңыраҡ шул хаҡта Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк белдерҙе. Турнир 1990 йылдан алып уҙғарыла башлай. Әлегә Канада менән АҠШ командалары ғына үҙ-ара алдынғылыҡты бүлешә. Канада иҫәбендә 10 еңеү булһа, АҠШ уйынсылары 9 тапҡыр чемпион исемен яулай. Һуңғы ваҡытта, йәғни биш беренселек рәттән Америка командаһы ғына еңеү байрам итә. Уҙған чемпионатта ғына Финляндия ҡыҙҙары финалға сығып, көмөш миҙал яулай. Рәсәй командаһы иһә үҙ тарихында өс тапҡыр өсөнсө урынға сығып, «бронза»лы була. Һуңғы тапҡыр 2016 йылда уңышҡа өлгәшә. Бәлки, Өфө ярҙамға килер…





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға