«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Регбинан беҙгә иртәрәк әле...



09.10.2019 Регбинан беҙгә иртәрәк әле...

Японияла барған регби буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы дүрт уйында дүрт еңелеү кисереп, төп бәйгенән төшөп ҡалды.
Улар төркөм осрашыуында башта турнир хужаларына 30:10, һуңынан Уругвай спортсыларына 30:9 иҫәбенә еңелеп, ҡалған икәүһендә бөтөнләй «ҡоро» иҫәпкә отолдо. Ирландияға – 39:0 һәм Шотландияның икенсе составына 61:0 иҫәбенә ҡыйралды.
Ғәмүмән, Рәсәй регбисылары бындай ҙур ярыштарҙа икенсе тапҡыр ғына ҡатнаша. Беҙҙең кеүек АҠШ менән Канада спортсылары ла еңеү бәхетен кисергәне юҡ. Ул йәһәттән, Яңы Зеландия, Бөйөк Британия, Япония, Көньяҡ Африка, Ирландия һәм дә Шотландия кеүек илдәргә етеүсе юҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға