«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Исемен яҡлай алырмы?..



09.10.2019 Исемен яҡлай алырмы?..

Японияла волейбол буйынса донъя кубогында турнирында ҡатнашҡан 12 команда бер аҙ тәнәфестен һуң, йәнә уйындарын башланы.
Әлегә беренсе урында Бразилия командаһы килә. Улар иҫәбендә 15 мәрәй. Икенсе урында Польша (15 мәрәй). Өсөнсөлә – АҠШ (13 мәрәй). Беҙҙең волейболсылар 9 мәрәй яулап, турнир хужалары менән 4 – 5-се урындарҙы бүлешә.
Бөгөн беҙҙекеләр Польша менән осрашып, уларға 3:1 иҫәбенә отолдо. Рәсәй командаһына тағы алда Япония, Италия, Аргентина, АҠШ һәм Тунис волейболсылары менән уйнайһы бар. Призлы урын алыр өсөн уларға мотлаҡ ҡалған дәғүәселәрҙе еңергә кәрәк.
Турнир дүрт йылға бер уҙғарыла. Уҙғанында Рәсәй командаһы еңеүсе булғайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға