«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һуғышып булһа ла еңмәксе булдылар...



09.10.2019 Һуғышып булһа ла еңмәксе булдылар...

Йәштәр лигаһында сығыш яһаған Ҡаҙағстандың «Алтай» хоккейсылары менән Новосибирскиҙың «Сибирские снайперы» командаһы осрашыуында үҙ-ара һуғыш сығып, командалар икеһенә 258 минут штраф эшләй.
Төп ваҡыт тамамланыуға бер минут тирәһе ҡалғанда ҡунаҡтар хужаларға 2:1 иҫәбенә еңелеп килә. Новосибирск клубы уйынды ҡотҡарып ҡалыр өсөн ҡапҡасыһын алтынсы уйынсыға алмаштыра, әммә «Алтай» уйынсылары буш ҡапҡаға гол индереп, иҫәпте өскә еткерә. Ҡунаҡтар быға риза булмай, ҡул һуғышы буйынса булһа ла хужаларҙы алдырырға нийәтләй. Боҙҙағы бар уйынсылар ҙа үҙҙәренә пар табып, көс һынаша башлай. Судьялар оҙаҡ ваҡыт уларҙы айыра алмай, тегеләрҙең сәкәләшкәнен ситтән күҙәтә. Ниһайәт, хәлдәре бөткәс, уларҙы айыралар һәм һәр береһенә төрлөсә штраф ваҡытын биреп тынысландыралар. Ә бит бөгөн улар йәнә үҙ-ара көс һынашасаҡ.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға