«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йортоғоҙҙа сысҡандар күбәйҙеме?



09.10.2019 Йортоғоҙҙа сысҡандар күбәйҙеме?

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре сысҡан һәм башҡа кимереүселәрҙең торлаҡ йорттарға һәм келәттәргә ҡарай миграцияһы башланыуы тураһында иҫкәртә. Көҙгө мониторинг һөҙөмтәләре буйынса тикшерелгән 71 мең гектар майҙандың 44 мең гектарында ссҡандарҙың оялары табылған. Ужым культураларының бер гектарында 48 оя иҫәпләгәндәр, яландарҙа 90 оя асыҡланған. Сысҡандарҙың иң күбе Өфө районында теркәлгән. Бында бер гектар майҙанда оя тапҡандар.

Белгестәр сысҡандарға ҡаршы "Бактороденцид" тип аталған дарыуҙы ҡулланырға кәңәш итә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға