«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй ҡыҙҙарының өмөтө бар әле



09.10.2019 Рәсәй ҡыҙҙарының өмөтө бар әле

Голландияла футбол буйынса Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуында Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы урындағы уйынсыларға 2:0 иҫәбенә еңелде.
Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең футболсылар донъя рейтингы буйынса юғары урында торған Голландия командаһына ҡаршы лайыҡлы уйнап, маҡтауға мохтаж. Сөнки беҙҙекеләр тик 21-се урында ғына урынлашҡан.
Был отолоуҙан һуң Рәсәй командаһы дүрт уйындан һуң алты мәрәй яулап, икенсе булһа, Голландия иһә беренсе (12 мәрәй).
2021 йылда буласаҡ Европа чемпионатына һәр төркөмдөң еңеүсеһе һәм икенсе урындан һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшкән өс команда сығасаҡ.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға