«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Америка гимнасткаһы Светлана Хоркинаны уҙып китте



09.10.2019 Америка гимнасткаһы Светлана Хоркинаны уҙып китте

Германияла спорт гимнастикаһы буйынса донъя чемпионаты уҙҙы.
Команда беренселегендә Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы АҠШ гимнасткаларын алға сығарып, икенсе урын яуланы. Өсөнсө баҫҡысҡа Италия спортсылары күтәрелде. Америка спортсыһы Симона Байлз үҙ карьераһында 21-cе миҙал яулап, билдәле Рәсәй гимнасткаһы Светлана Хоркинаның һөҙөмтәһен уҙып китте. Хәҙер уның иҫәбендә 15 алтын, 3 көмөш һәм 3 бронза миҙал. Хоркина иһә заманында 9 алтын, 8 көмөш һәм 3 бронзалы булғайны. Өсөнсө урында данлыҡлы СССР спортсыһы Лариса Лытынина (9 алтын, 4 көмөн һәм 1 бронза миҙал).





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға