«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика көнө уңайынан Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы



08.10.2019 Республика көнө уңайынан Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы

Республика көнө уңайынан Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙыБөгөн Республика көнө уңайынан Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградалары тапшырылды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының Колонналы залында республика етәксеһе Радий Хәбиров тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Йәмғеһе 62 кеше - һаулыҡ һағында, мәҙәниәт, мәғариф, элемтә, сәнәғәт, матбуғат, фән үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең эше юғары баһаланды. Уларға ордендар, званиелар, знактар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары бирелде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға