«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙар! "Сәләм" телеканалын ҡаршы алығыҙ!



08.10.2019 Сибайҙар! "Сәләм" телеканалын ҡаршы алығыҙ!

11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә Сибай ҡалаһында Башҡортостандың яңы телеканалы "Сәләм" үҙ эшен башлаясаҡ. Көндөҙгө сәғәт 12-лә үҙәк майҙанда телеканал хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында исем туйы үтәсәк.

Сарала республиканың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зилиә Бәхтиева сығыш яһаясаҡ. Приздар уйнатыласаҡ.

Был көндө шулай уҡ медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендәге "Рәсәй тимер юлдары" - "Өфө ҡалаһы медицинаһы" дауаханаһы табиптары - хирург, кардиолог, невролог һәм гинеколог ҡабул итәсәк. Алдан яҙылыу кәрәк.

"Сәләм" телеканалы Башҡортостандың район-ҡалаларындағы муниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторолған. Уның эфирында студияларға биш сәғәт, шул иҫәптән прайм-тайм ваҡыты (иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә, төшкө сәғәт 1-ҙән 2-гә, киске сәғәт 7-нән 8-гә) биреләсәк. "Сәләм" республиканың эре кабель операторҙарында һәм интернетта күрһәтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға