«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алма менән ҡабаҡтан һут



08.10.2019 Алма менән ҡабаҡтан һут

Көҙ миҙгелендә алма менән ҡабаҡты ҡайҙа итеп бөтөрөргә белеп булмай. Ҡышҡылыҡҡа был йәшелсә-емештән һут әҙерләһәң дә була икән. Бергә-бер нисбәтендә ҡабаҡ менән алма алырға (алманы күберәк алырға ла мөмкин).

Ҡабаҡты таҙартып, ҙур һауытта бешерергә, блендер менән иҙергә. Алманы һут үткәргестән үткәрергә. Уны һөҙөп, ҡабаҡ өҫтөнә ҡойоп, ҡайнап сыҡҡансы тоторға. Күбектәрен йыйып, стериль банкаларға ҡойоп, ҡапҡастарын ябып ҡуйырға. Шәкәр ҡушмаһағыҙ ҙа була. Кем татлыраҡты ярата, әҙерәк өҫтәргә мөмкин.

Шифалы ла, тәмле лә һут килеп сыға.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға