«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Футбол аҙнаһы көтә беҙҙе



08.10.2019 Футбол аҙнаһы көтә беҙҙе

Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары оҙаҡламай 10 октябрҙә буласаҡ Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуына тулы состав менән әҙерлек күнекмәләрен башланы.
Улар «Лужники» стадионында Шотландия уйынсыларын ҡабул итәсәк. Команданың баш тренеры йәрәхәт алған Рифат Жемалетдинов, Роман Зобнин Һәм Федор Смолов урынына Владислав Игнатьев («Локомотив»), Павел Могилевец («Рубин») һәм Александр Соболев («Крылья Советов») саҡырыу алды. Һуңғыһы өсөн дебют буласаҡ. Шулай уҡ төп командаға беренсе тапҡыр саҡырыуҙы һаҡсылар 25 йәшлек Дмитрий Чистяков («Ростов») менән 23 йәшлек Рифат Жемалетдинов алғайнылар.
Шунан һуң беҙҙең футболсылар Кипрға юлланып, 13 октябрҙә улар менән уйнаясаҡ.
Әлегә беҙҙең төркөмдә Бельгия командаһы 18 мәрәй яулап, беренсе булһа, Рәсәй уйынсылары иҫәбендә – 15 мәрәй. Ҡаҙағстан менән Кипр (7-әр мәрәй). Шотландия (6 мәрәй). Сан-Марино (0 мәрәй).
Киләһе йыл буласаҡ Европа беренселегенә беҙҙең төркөмдән ике көслө команда тура юл аласаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға