«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Витязь» Гагаринға һунар итәрме?..



08.10.2019 «Витязь» Гагаринға һунар итәрме?..

Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы турында «Витязь» командаһы Ригала урындағы «Динамо» уйынсыларын 2:1 иҫәбенә отоп, Көнбайыш конференцияһында лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө.
Хәҙер улар 14 осрашыуҙан һуң 25 мәрәй яулап, икенсе урында килгән СКА-нан биш мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Знароктың «Спартак» клубы ла яңыраҡ Питерҙа СКА командаһын өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә алдырып, алтынсы урынға сыҡты. «Локомотив» иһә һаман аҫтан сыға алмай йонсой. Улар 11-се урында.
Көнсығыш конференцияһында «Ак барс» (22 мәрәй), «Авангард» (19 мәрәй), «Автомобилист» (21 мәрәй) һәм якташыбыҙ Николай Заварухин етәкләгән «Себер» командалары (19 мәрәй) өҫтөнлөк итә. Иртәгә Өфөлә турнирҙаш «Барыҫ» (18 мәрәй) менән «Салауат Юлаев» (17 мәрәй) көс һынашасаҡ. «Амур», «Металлург» һәм «Куньлунь Ред Стар» командалары 11-әр мәрәй яулап, аҫтан 10 – 12-се урындарҙы бүлешә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға