«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө урамдарынан "Шиғриәт трамвайы" үтәсәк



08.10.2019 Өфө урамдарынан "Шиғриәт трамвайы" үтәсәк

Ғәҙәти булмаған акция Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған һәм ул 10 октябрҙә үтәсәк.

Ойоштороусы Илья Боровский белдереүенсә, күсмә сәхнәлә баш ҡала шағирҙары һәм музыканттары пассажирҙар алдында сығыш яһаясаҡ. Улар: Илья Тавлияров (Via Chappa), Вероника Мортазина, «Бахталэ Рома» сегәндәр ансамбле, Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре.

Трамвай Пушкин урамындағы депонан көндөҙгө сәғәт 2-лә сығасаҡ, «Дәүләт циркы» туҡталышына тиклем барып, кире ураясаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға