«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туҡталыштар "аҡыллы" ла ул, тик бына кешеләр ахмаҡ...



08.10.2019 Туҡталыштар "аҡыллы" ла ул, тик бына кешеләр ахмаҡ...

Өфөлә үтә күңелһеҙ хәл теркәлде - ҡара уйлы кешеләр ике "аҡыллы" автобус туҡталышын емергән.

Улары Черниковка-маҙар, Шаҡшала торған тип уйламағыҙ - берәүһе хоҡуҡ һаҡлаусылар "ояһы" янында ("Башҡортостан" дәүләт концерт залы тирәһе), икенсеһе Ҡунаҡһарай эргәһендә торған.

Әгәр ҙә хулигандар тотола ҡалһа, уларға 40 мең йәки өс айға тиклем эш хаҡы күләмендә тиклем штраф янай. Быға шулай уҡ 360 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә ҡушыу, бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, йәки өс айға тиклем ҡулға алыу ҙа ҡаралған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға