«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәктәп уҡыусыларын наркотиктарға тикшерәләр



07.10.2019 Мәктәп уҡыусыларын наркотиктарға тикшерәләр


Мәктәп уҡыусыларының наркотиктар ҡулланыуын тикшереү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Сер түгел, илерткес матдә менән улар үҫмер саҡтарында уҡ таныша башлай.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары наркотиктарға тест үтергә тейеш.
Тикшереүҙәр йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған медицина ойошмалары етәкселегендә ойошторолорға тейеш.
Өфөлә тест 1-се Республика наркология диспансерында үткәрелһә, ә Өфө районы уҡыусылары һәм студенттары 21-се ҡала клиник дауаханаһына ебәреләсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға