«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауатта яңы “юл билдәләре” !



07.10.2019 Салауатта яңы “юл билдәләре” !

Салауатта яңы  “юл билдәләре” !Салауатта яңы “юл билдәләре” барлыҡҡа килгән. Ҡулдан эшләп ҡуйылған хәүефһеҙлек билдәләре ҡаланың үҙәк урамдарына урынлаштырылған.

Бынан тыш ,файҙалы яҙыуҙар тротуар, йәйәүле үткәүелдәрҙә барлыҡҡа килгән.

“Юлға ҡара!”, “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтә!”, – ошондай һүҙҙәр яҙылған иҫкәртеү билдәләре юлдың хәүефле урындарына ҡуйылған. Улар юл ҡағиҙәләрен водителдәргә һәм юл йөрөүселәргә ҡайтанан иҫкәртә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Социаль селтәрҙән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға