«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙ балаларынан баш тартҡан



07.10.2019 Үҙ балаларынан баш тартҡан

Кәкүк атай балаларына аҡса түләмәҫ өсөн НТВ каналында барған “ДНК” тапшырыуына уҡ барып еткән.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир үҙенең дүрт балаһынан баш тарта. Уның фекеренсә, балалар уныҡы түгел. Уның әйтеүенсә, ҡыҙҙар – 5, 9, 10 һәм 12 йәшлек, береһе лә уға оҡшамаған. Ә эш хаҡының 75 процентты кеше балаларына биргеһе килмәй. Бөгөн ирҙең балаларына 200 мең һум бурысы бар. Уны яҡлашырға тапшырыуға Американан апайы Каролина ла килеп етә. Ул да, балалар Денистыҡы була алмай, тип раҫлай. Килене йөклө булғанда ҡустыһы вахта менән Себергә эшкә йөрөгән.

Әйткәндәй, ғаилә ҡатын икенсегә бала табырға йөрөгәндә генә законлы яҙылыша.

Тапшырыуға генетик тест үтеү өсөн Кристина өс ҡыҙын алып килә. Өлкән ҡыҙы килмәүен иһә атаһын күрә алмауы менән аңлата.

Телешоуҙың студияһында үткәргән экспертиза балаларҙың Денистыҡы булыуын иҫбатлай. Тик үҙ балаларынан баш тартҡан атай быға һаман шик менән ҡарай һәм ышанмай.



Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Ntv.ru



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға