«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы, "һаҡсыл етештереү" принцибы ла ҡулланыла



07.10.2019 "Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы, "һаҡсыл етештереү" принцибы ла ҡулланыла

Башҡортостандың 42 сәнәғәт, төҙөлөш, аграр тармаҡ предприятиеһы милли проектта ҡатнаша. Йыл аҙағына тиклем исемлеккә тағы ла кәм тигәндә 8 - 10 предприятие инергә тейеш.

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы, беҙҙең төбәк проекттары ла бар. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу барышында быйыл хеҙмәт етештереүсәнлеген 2,3 процентҡа арттырыу күҙаллана.

Ҡуйылған бурыстарға ирешеү өсөн проектта 50 предприятиеның ҡатнашыуы шарт. Үрҙә әйтелгәнсә, беҙҙә әле 42, әммә йыл аҙағына 50-нән ашып китәсәктәр. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү менән бер рәттән "һаҡсыл етештереү" принцибы буйынса ла эш алып барыла. Әле ошо маҡсатта проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙан 324 хеҙмәткәр уҡытылған. Йыл аҙағынаса тағы 246 кешене уҡытыу ҡарала.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ. Олег ЯРОВИКОВ.
Источник: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға