«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Таусы" - алға!



06.10.2019 "Таусы" - алға!

Кисәге Учалының "Таусы" хоккей командаһы Юғары хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә Пекиндың «Орджи» командаһы менән осрашты.

Беҙҙекеләр еңде! Уйын 4:1 иҫәбе менән тамамланды. Ҡытайҙар шайбаны беҙҙең ҡапҡаға индерергә хәтәр ныҡ тырышты, ярай ҙа беҙҙең ҡапҡасы сос булып сыҡты, шуға иҫәп араһы кәмемәне.

Киләһе уйын иртәгә, 7 октябрҙә, Учалыла үтәсәк.


Тағы ла ҡытайҙар менән осрашасаҡтар.


Тик был юлы Пекиндың «КРС-БСУ» хоккей командаһы менән. Матч 18-30 сәғ. башланасаҡ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға