«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Ейәнсура!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Ейәнсура!



Ә беҙҙең район ҡайҙа, беҙҙе лә яҙығыҙ дауай, тип Ейәнсуранан хәбәр килде: "Йәшел Башҡортостан" акцияһында Ейәнсура районының ун биш ауыл биләмәһе лә ҡатнашты!"

Яҙмай торғаныбыҙ бармы! Ошондай сыуаҡ көндө 3200 кеше тарафынан Ейәнсура районында 4 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.

33 тематик аллеяға нигеҙ һалынған, киләсәктә улар паркка тиклем ҙураясаҡ, сөнки "Йәшел Башҡортостан" акцияһы әле дауам итәсәк бит.

Район үҙәге Иҫәнғолда С.Чекмарев исемендәге һәм «Дуҫлыҡ» парктарында ағас ултыртыу менән мәшғүл булған халыҡ араһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсуринды ла осратырға мөмкин булған.

«Дуҫлыҡ» паркында өмә айҡанлы көҙгө йәрминкә ойошторолһа, ағас ултыртыусыларҙы тәмле сәй һәм концерт номерҙары менән һыйлағандар.

Яҡшы кәйефтә таралыштыҡ, изге эштә ҡатнашҡас, рәхәт булып ҡалды, ти ейәнсуралар.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға