«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Көйөргәҙе!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Көйөргәҙе!


Көйөргәҙе районында "Йәшел Башҡортостан" акцияһы кисә үк башланды.

Ойошма, учреждениеларҙың йөҙҙәрсә ирекмәндәре ауылдарҙы йәшелләндереүгә берҙәм тотондо.

Акцияны иң тәүҙә мәғариф учреждениелары, район хакимиәте, Ермолаев ауыл хакимиәте, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, "Йәшлек" район мәҙәниәт һарайы, хоҡуҡ һаҡлау бүлеге, шәхси мөлкәт менән идара итеү комитеты хеҙмәткәрҙәре башлап ебәрҙе.

Ауылдарҙа 700 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Бар халыҡты ҡыуандырып, тирә-яҡҡа күркәмлек өҫтәп, миләш, шыршы, ҡайындар шаулап үҫеп китһен әйҙә!






Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға