«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй еңел атлеттары дүртенсе миҙал яуланы



05.10.2019 Рәсәй еңел атлеттары дүртенсе миҙал яуланы

Катарҙа барған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында тағы бер Рәсәй еңел атлеты миҙаллы булды.
20 cаҡырым араға спорт атлауында Василий Мизинов еңеүсенән биш секундҡа ғына ҡалышып, Рәсәй командаһына икенсе көмөш миҙал килтерҙе. Быға тиклем Сергей Щубенков 110 метр араға ҡаршылыҡтар аша йүгереүҙә икенсе урын яулағайны. Тағы беҙҙең команда иҫәбендә ике «алтын» да бар.
Уҙған чемпионатта беҙҙекеләр бер генә алтын миҙал менән юҡһынғайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға