«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аутсайдерға еңелделәр



04.10.2019 Аутсайдерға еңелделәр

Донъя кубогында яңыртылған состав менән сығыш яһаған Рәсәй йыйылма командаһы волейболсылары төркөм аутсайдеры Австралия командаһына көтөлмәгәндә 2:3 иҫәбенә еңелде.
Беренсе сетта уҡ беҙҙекеләргә борсолорға кәрәк ине, сөнки улар беҙҙе еңел генә 25:16 иҫәбенә отто. Һуңынан әлбиттә улар эшкә тотоноп, дәғүәсене башта 25:22, һуңынан 28:26 иҫәбенә алдырып алға сыға. Тик дүртенсе сетта тегеләр беҙҙе 25:21 иҫәбенә отоп, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Һәм тай-брейкта ла еңеү эпопеяһын дауам итеп, Рәсәй волейболсыларын 15:12 иҫәбенә алдыра.
Шулай итеп Рәсәй командаһы ике еңеүҙән һуң, аутсайдерҙан отола. Иртәгә көслө Бразилия волейболсылары менән көс һынашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға