«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Цезарь Фаритович" ...



04.10.2019 "Цезарь Фаритович" ...

Баш ҡалабыҙҙа милли стритфуд (урам аҙығы) кафеһы асылып, байтаҡ кеше ундағы менюға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Дөрөҫөрәге ризыҡтарҙың исеме уларҙы шаҡ ҡатырҙы.

Аш-һыуҙың сифатына бер дәғүә булмаған хәлдә лә, "НатУрал батыр"ҙы, "Мясной Карим"де, "Сыровар Юлаевты" ашарға нисектер ҡыйыныраҡ булып торамы шул. Сөнки... эй, хәйер, быны аңлатыу ҙа артыҡ.

Ә һеҙ был турала ни уйлайһығыҙ, тип асыҡ һораулама үткәреүҙе талап итә әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға