«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш шахматсылар бәйге тотто



04.10.2019 Йәш шахматсылар бәйге тотто

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа тиҙ шахматтар буйынса Башҡорт Урал аръяғы Кубогының 1 этабы үтте. Унда 2005 йылғы һәм йәшерәк 82 шахматсы көс һынашты. Әйткәндәй, бәйгелә тәүге тапҡыр Бөрйән районы шахматсыларының ҡатнашыуын да билдәләй ойоштороусылар. Баш судья – Сергей Суханов (Учалы), 1-се категория.

2005-2007 йылғы үҫмерҙәр араһында еңеүселәр:

1-се урын - Искәндәр Ғарифуллин (Учалы), 2-се урын - Руслан Маркелов (Баймаҡ), 3-сө урын - Батыр Гәрәев (Аҡъяр)


2005-2007 йылғы ҡыҙҙар араһында еңеүселәр:

1-се урын - Мәрйәм Йосопова (Белорет), 2-се урын - Нурания Ниязғолова (Асҡар)


2008-2009 йылғы малайҙар араһында еңеүселәр:

1-се урын Захаров Илья, 2-се урын - Искәндәр Фәизов (Баймаҡ егеттәре), 3-сө урын - Аширов Артем (Асҡар)

2008-2009 йылғы ҡыҙҙар араһында еңеүселәр:

1-се урын - Айлина Вәлиуллина (Учалы), 2-се урын - Эвелина Солтанова, 3-сө урын - Сәмиға Шәйхисламова (Аҡъяр ҡыҙҙары)

2010-2011 йылғы малайҙар араһында еңеүселәр:

1-се урын - Арслан Уразалинов, 2-се урын - Карпеев Руслан (Аҡъяр егеттәре), 3-сө урын - Аширов Руслан (Асҡар)

2010-2011 йылғы ҡыҙҙар араһында еңеүселәр:

1-се урын - Эвита Шакирова (Учалы), 2-се урын - Зарина Исламова (Аҡъяр), 3-сө урын - Илмира Әхмәтова (Бөрйән районы)

2012 йылғы һәм бәләкәйерәк малайҙар араһында еңеүселәр:

1-се урын Тимур Йомағолов (Учалы), 2-се урын - Илзар Иҫәнбаев, 3-сө урын - Бәхтиәр Мәмбәтов (Аҡъяр егеттәре)

2012 йылғы һәм бәләкәйерәк ҡыҙҙар араһында еңеүселәр:

1-се урын - Розалия Шәмиғолова (Асҡар), 2-се урын - Зарина Муллабаева (Аҡъяр), 3-сө урын - Ләйсән Ямалова (Асҡар)

Сираттағы этап Учалы ҡалаһында 14 декабрҙә үтәсәк.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға