«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белоретҡа яҡын йәшәһәгеҙ...



04.10.2019 Белоретҡа яҡын йәшәһәгеҙ...

Белоретҡа яҡын йәшәһәгеҙ, йәрминкәләргә рәхит итегеҙ!

Сауҙа предприятиелары, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, Белорет районы халҡы һәм ҡунаҡтар иғтибарына!

Белореттар һеҙҙе ауыл хужалығы йәрминкәһенә саҡыра.

Йәрминкәләр ҡайҙа үтә, тиһәгеҙ, бына һеҙгә яуап:

- 5, 6, 11, 12, 13, 19, 20, 26, 27 октябрҙә Белоретта автовокзал янындағы (Киров урамы) майҙансыҡта үтәсәк;

- 3, 10, 17, 24, 31 октябрҙә Инйәр ауылында;

- 11 октябрҙә Тирләндә.

Йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу рөхсәт ителә (йәшелсә, емеш-еләк, бойҙай, комбикорм, бал, ҡош-ҡорт, ағас үҫентеләре һ.б.)


Йәрминкәләр сәғәт 10-да башлана.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға