«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 3 октябрь



04.10.2019 Юл фажиғәләре - 3 октябрь

3 октябрҙә республика юлдарында тағы ла 13 автомобиль аварияһы теркәлеп, йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 13 кеше травмалар алған.

Бөгөн төндә Дәүләкән районында Дәүләкән-Толбазы автоюлының 5-се саҡрымында Ауырғазы районынан 40 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында боролоштан осоп төшөп, түңкәрелгән. Водитель "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән... Их, ҡайҙарға ғына ашығып китеп барған булғандыр...

Был авария буйынса тикшереү бара.

Тәүлек эсендә 2200 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 32 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға