«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЦСКА менән «Краснодар» оятҡа ҡалды



04.10.2019 ЦСКА менән «Краснодар» оятҡа ҡалды

Футбол буйынса Европа лигаһында сығыш яһаған ЦСКА менән «Краснодар» клубтары үҙ майҙанында Испания командаларына еңелде.
Тәүгеһе «Эспаньол» футболсыларына ҡаршы тора алмай 0:2 иҫәбенә бирелһә, «Краснодар» иһә «Хетафе» уйынсыларына 1:2 иҫәбенә отолдо.
Шулай итеп беҙҙең ике команда ла үҙ төркөм осрашыуҙарында икешәр еңелеү кисереп, иң аҙаҡҡы урын биләй. Ә бит Рәсәй беренселеге лидерҙары Испанияның уртансы клубтарына ҡаршы тора алманы. Миллионлап евро түкһәләр ҙә, кимәл шул уҡ урында ҡала, йәл…





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға