«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Юлдаш»та – данлыҡлы яҡташтар тормошо хаҡында



05.10.2019 «Юлдаш»та – данлыҡлы яҡташтар тормошо хаҡында

«Һәр кемгә, үҙ автобиографияһы шикелле, халҡының тарихын белеү ҙә кәрәк. Шунһыҙ кеше нәҫел-нәсәбен онотҡан, тарихи хәтерен юғалтҡан бер бәндәгә әйләнер ине». Күренекле әҙип Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре был. Тарихты кеше үҙе тыуҙыра. һәр халыҡтың тарихы уның күренекле шәхестәре эшмәкәрлеге, тормошо аша сағыла. Ә халыҡты шәхестәр күтәрә. Үҙ көсө, таланты менән ижад бейеклектәренә үрләгән, тыуған төйәген данлаған күренекле яҡташтарыбыҙ һәр саҡ күңелдә һоҡланыу тойғоһо уята.

«Юлдаш» радиоһы яңы миҙгелдә яңы рубрикалар тәҡдим итә. Октябрь айында көн һайын 12 сәғәт 45 минутта Башҡортостандан сыҡҡан билдәле шәхестәр яҙмышы хаҡында бәйән итербеҙ. Бөйөк балетмейстер, башҡорт балеты артисы Рудольф Нуриев, Рәсәйҙең халыҡ артистары – танылған актриса Инна Чурикова һәм данлыҡлы дирижер Владимир Спиваков, Күмертау егете, легендар йырсы Юрий Шатунов, Рәсәйҙең билдәле рок-йырсылары Земфира һәм Юрий Шевчук, художестволы гимнастика буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ләйсән Үтәшева, мода донъяһында ҙур ҡаҙаныштар яулаған, популяр тележурналист Эвелина Хромченко, Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе, атҡаҙанған иҡтисадсы Эльвира Нәбиуллина, Рәсәй балет сәнғәтендә мәңгелек эҙ ҡалдырған Нинель Юлтыева, Рәсәйҙең билдәле опера йырсылары, Башҡортос­тандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған ағалы-энеле Асҡар һәм Илдар Абдра­заҡовтар һәм башҡа данлыҡлы яҡташ­тарыбыҙҙың тормошо һәм ижады менән яҡындан таныштырырбыҙ.

«Юлдаш» тигән бәләкәй генә серле ҡумтаға күңелгә ятышлы йәнле әңгәмәләр, үҙенсәлекле тапшырыуҙар, ҡыҙыҡлы рубрикалар, иҫтәлекле осрашыуҙар – барыһы ла һыя. Был рубрикабыҙ ҙа тыңлаусылар күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.





Автор: Г. ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға