«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!



05.10.2019 Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Балаларға белем биреүсе, ғилем нуры сәсеүсе, яҡшылыҡ, рәхимлелек, сафлыҡ орлоҡтарын һалыусы уҡытыусыларҙы йыһанға яҡтылыҡ, йылылыҡ иңдереүсе ҡояш нурына тиңләргә булыр ине.

Ҡояш нуры ла бит һәр яҙ һайын тәбиғәттең күҙен аса. Уҡытыусы күңелендә лә һәр саҡ яҙ ғына. Ул ғүмер буйы уҡыусыларына йылы хистәр бүләк итә. Баласаҡ һиҙҙермәйсә үтә лә китә, әммә күңелдәрҙә Уҡытыусынан иңгән йылылыҡ, мәрхәмәтлелек ғүмерлеккә ҡала. Ерҙә кешеләргә мәғәнәле тормошто ҡоласлар өсөн уҡытыусы ҡанат ҡуя.

Байрам менән хөрмәтле уҡытыусылар!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға