«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ринат Халиков мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде



04.10.2019 Ринат Халиков мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Ринат Халиков БР мәҙәниәт министрының профессиональ сәнғәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.


Ринат Риф улы 1979 йылда Ишембай районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Өфөнөң Ленин районы балалар ижады үҙәгендә эшләй, Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы һәм директор урынбаҫары була.
2015 йылдан – Н. Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбен, 2018 йылдан Өфө сәнғәт училищеһын етәкләй.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға