«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөләр! Ошонда килеп картуф-кишер һатып алығыҙ!



04.10.2019 Өфөләр! Ошонда килеп картуф-кишер һатып алығыҙ!

Алдағы ялдарҙа, 5 һәм 6 октябрҙә, баш ҡала халҡына ауыл хужалығы йәрминкәләренә барып, ҡышҡа етерлек йәшелсә-емеш һатып алырға мөмкин буласаҡ. Фермерҙар, республика етештереүселәре түбәндәге майҙансыҡтарҙа торасаҡ:

Шәмбелә, 5 октябрҙә:

— Хәҡиҡәт урамы буйындағы автомобиль юлы участкаһында — Таллин урамынан алып Ухтомский урамына тиклем;

— Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында;

— Мушников урамы һәм Баландин бульвары сатында;

— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;

— Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;

— Солтанов урамындағы 2-се йорт янындағы трамвай ҡулсаһы биләмәһендә;

— Спорт һарайы алдында;

— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

— Йәштәр һарайы алдында.

Йәкшәмбелә, 6 октябрҙә:

— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда;

— Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында;

— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;

— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға