«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » НХЛ-да уйнаған Рәсәй хоккейсыларының һаны 31-гә еткән



03.10.2019 НХЛ-да уйнаған Рәсәй хоккейсыларының һаны 31-гә еткән

Оҙаҡламай НХЛ-да башланасаҡ сираттағы чемпионат алдынан, ундағы вөкиллек беренселектә ҡатнашасаҡ нисә милләттең буласағын еткерҙе.
Бәйгегә 20 милләт исеменән бөтәһе 690 хоккейсы сығыш яһаясаҡ.
Иң күп уйынсы Канаданан. Уларҙың һаны – 295. Икенсе урында, әлбиттә АҠШ (177). Шведтар лигала 77-гә етеп, өсөнсө урынды биләй. Фин хоккейсылары – 33. Һәм инде Рәсәйҙән унда уйнаусылар 31-гә барып еткән. Бишенсе почетлы урын. Чехиянан – 26, Швейцариянан – 11, Словакиянан – 9, Дания менән Германиянан – 7-шәр вәкил бар. Австрия, Франция, Болгария, Латвия, Бөйөк Британия, Ҡаҙағстан, Норвегия, Словения, Украина һәм хатта Эстониянан берҙән алып өскә хәтлем уйнаған уйынсы бар икәне беленде.
Бер клубта 9-ар милләт уйнаған интернациональ команда булып «Колорадо» менән «Коламбум» командалары һанала.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға