«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй спортсылары тағы бер миҙал алды



03.10.2019 Рәсәй спортсылары тағы бер миҙал алды

Катарҙа барған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында Рәсәй еңелатлеты Сергей Щубенков 800 метр араға ҡаршылыктар аша йүгереүҙә көмөш миҙал яуланы.
Щубенков еңеүсенән биш сотый секундҡа ғына ҡалып, икенсе урын менән ҡәнәғәтләнә. Был инде беҙҙең билдәле спортсыбыҙҙың дүртенсе беренселек рәттән икенсе урын алыуы булып һанала.
Быға тиклем Рәсәй спортсыларынан Анжелика Сидорова ҡолға менән бейеклеккә һикереүҙә һәм Мария Ласицкене бейеклеккә һикереүҙә «алтын»лы булғайнылар.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға