«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡшы сортлы картуф алырға, Матбуғат йорто алдына килегеҙ!



03.10.2019 Яҡшы сортлы картуф алырға, Матбуғат йорто алдына килегеҙ!


Иртәгә «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы Матбуғат йорто алдында үтәсәк Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу байрамында ҡатнашасаҡ. Улар вирусһыҙ нигеҙҙә үҫтерелгән төрлө сортлы картуф тәҡдим итә. Баҡсасыларға тәжрибәле белгестәр был йәшелсәне үҫтереү, сорттарын һайлау, тупраҡты яҡшыртыу буйынса кәңәштәр ҙә бирәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға