«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙҙың эсендә бер ус сәс булған!



03.10.2019 Ҡыҙҙың эсендә бер ус сәс булған!

Улан Удела пациенттың ашҡаҙанынан ике килограмға яҡын сәс йомғағы алғандар.

19 йәшлек ҡыҙ эсе ауыртыуға, хәлһеҙлеккә һәм ашағандан һуң уҡшытыуға һәм ҡоҫҡо килеүенә зарланып, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Медицина тикшереүе үткәргәндән һуң табиптар, уның ашҡаҙанын һәм бөйән эсәген биләп тороусы сит матдә – трихобезоар булыуын асыҡлай. Операция барышында хирургтар ҡыҙҙың эсенән 50х10х10 см ҙурлығында һәм ике килограмға яҡын ауырлыҡта сәс йомғағын ала.
Әле ҡыҙ үҙен яҡшы һиҙә һәм махсус диета тота





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға