«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наркотик матдәле үлән һаҡлаған



03.10.2019 Наркотик матдәле үлән һаҡлаған

Бәләбәйҙә йәшәүсе 46 йәшлек ирҙең бәҙрәф бинаһы башында наркотик матдәле үлән һаҡлауы асыҡланған.

Ҡаланың Туҡай урамындағы шәхси йортта йәшәүсене эске эштәр хеҙмәткәрҙәре ентекле тикшергәндән һуң, бәҙрәфе башында 7 наркотик матдәле үлән бәйләмен тапҡан. Енәйәтсе үҙ ғәйебен инҡар итә. Ул, был үләндәрҙе үҙем ҡулланыр өсөн йыйҙым, тип белдерә. Тик полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, пакеттарға тултырылған наркотик үләндәр ҙә табылған. Енәйәтсе уларҙы һатыу өсөн әҙерләгән.

Әле уға ҡарата енәйәт эше тикшерелә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com
Источник: МВД


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға